ИҪКЕ МӨХӘМӘТ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 279 кеше; 1920 — 322; 1939 — 368; 1959 — 396; 1989 — 392; 2002 — 497; 2010 — 460 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1740 й. алып Мөхәмәт (тәүге төпләнеүсе Мөхәмәт Ҡосаҡов исеменән) исеме м‑н билдәле. 18 б. аҙ. Кесе Мөхәмәт а. (хәҙ. Яңы Мөхәмәт а.) барлыҡҡа килгәндән һуң Оло Мөхәмәт булараҡ иҫәпкә алына. 19 б. 1‑се ярт. хәҙ. исемен йөрөтә. 1795 й. 15 йортта 123 кеше йәшәгән, 1865 й. 34 йортта — 177 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Р.Х.Заһитов ошо ауылда тыуған.

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018