ИҪКЕ МОРАПТАЛ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 33 км һәм Мораптал т. юл ст. К.‑Көнб. табан 1 км алыҫлыҡта Кесе Юшатыр й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында, Өфө— Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 284 кеше; 1920 — 341; 1939 — 400; 1959 — 247; 1989 — 267; 2002 — 353; 2010 — 380 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Һыуын‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1765 й. Мораптал (тәүге төпләнеүсе Мораптал Иҫәнғолов исеменән) исеме м‑н билдәле. 1795 й. 11 йортта 75 кеше йәшәгән, 1866 й. 40 йортта — 258 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 19 б. 1‑се ярт. Яңы Мораптал бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. М.Ғ.Ҡужаҡов, Ғ.С.Әлмөхәмәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018