ИҪКЕ МЕРӘҪ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Имай-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 896 кеше; 1920 — 373; 1939 — 321; 1959 — 271; 1989 — 193; 2002 — 233; 2010 — 259 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Өршәк‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мерәҫ (тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Мерәҫ Юлымбәтов исеменән; ҡара: Ибраһимовтар) исеме м‑н нигеҙ һала. 1815 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында — ҡаҙаҡтар, 1817 й. һәм 1832 й. ш. уҡ шарттарҙа керҙәш башҡорттар килеп ултыра. 1795 й. 25 йортта 160 кеше йәшәгән, 1865 й. 71 йортта — 397 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, министрлыҡ мәктәбе теркәлгән. И.М. 7‑се башҡ. кантонының үҙәге булған (1835). 19 б. аҙ. — 20 б. башында Яңы Мерәҫ а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. Ибраһим Мерәҫов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке