ИҪКЕ ҠУЯН, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Баҡалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 7 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 85 км алыҫлыҡта Ходьяр й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 591 кеше; 1920 — 806; 1939 — 1047; 1959 — 642; 1989 — 490; 2002 — 430; 2010 — 379 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Ҡуян исеме м‑н билдәле. 1802 й. бында керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр күсеп ултыра. 19 б. 1‑се ярт. Яңы Ҡуян а. (хәҙ. Ҡамышлытамаҡ а.) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1865 й. 45 йортта 276 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ мәҙрәсә, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке