ИҪКЕ ҠОБАУ, Иглин р‑нындағы ауыл, Сыуаш-Ҡобау а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Бәләкәс й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1170 кеше; 1920 — 765; 1939 — 754; 1959 — 578; 1989 — 438; 2002 — 455; 2010 — 639 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19 б. башында Өфө өйәҙе Ҡобау улусы Ҡобау а. (хәҙ. Сыуаш-Ҡобау а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә Яңы Ҡобау исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. уртаһынан Башҡ. Ҡобауы исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 92 йортта 510 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, балта эше, мейес сығарыу, сабата үреү, сана һәм арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Ҡобау ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен йөрөтә. Ш.Р.Низаметдинов, Д.С.Тәкәев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.