АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ, ағас әҙерләүҙе һәм беренсел эшкәртеүҙе (ҡара: Ағас материалдар) тормошҡа ашырыусы сәнәғәт тармағы. А.ә.с. төп пр‑тиелары булып урман сәнәғәте хужалыҡтары тора. Ағасты тулыһынса эшкәртеүҙе ағас эшкәртеү сәнәғәте башҡара.

20 б. башында Көньяҡ Уралда ағас әҙерләүҙең төп күләме акционерҙар йәмғиәттәренә тура килә. 20‑се йй. башлыса утын ағасы әҙерләнә. Индустриялаштырыу осоронда БАССР‑ҙың урманлы райондарында ағас әҙерләү артелдәре, конторалары, участкалары һәм пункттары ойошторола. Ағас әҙерләү эшенә махсус ҡасабаларҙа йәшәгән халыҡтың күпселек өлөшө йәлеп ителә. 1934 й. А.ә.с. тотҡан урыны сәнәғәт продукцияһының дөйөм кимәлендә 10,6% тәшкил итә. Респ. А.ә.с. пр-тиелары СССР Урман сәнәғәте ХК‑ның Көнсығыш райондары ағас әҙерләү һәм ҡыуыу баш идаралығы структураһына инә. 1940 й. БАССР Урман сәнәғәте ХК, 1952 й. “Башлес” тресы (ҡара: “Башлеспром”) ойошторола. Ағастың күпселек өлөшөн урман сәнәғәте хужалыҡтары Өфө, Ағиҙел йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтары буйлап ағыҙа. Ҡайһы бер торама пункттар урман пристандәре булараҡ барлыҡҡа килә (мәҫ., Өфө кантоны Бельский ҡасабаһы, Ҡариҙел р‑ны Яңы Муллаҡай ҡасабаһы).

Ағас әҙерләү башлыса Белорет, Ғафури, Йылайыр, Ҡариҙел һәм Нуриман р‑ндарында алып барыла. Тотошлай ҡырҡыу һөҙөмтәһендә урмандың майҙаны 2 тапҡырға тиерлек кәмей, урман составындағы ылыҫлы төр өлөшө байтаҡҡа аҙая. БР‑ҙың А.ә.с. 274 пр‑тие һәм производствонан тора (2004). 2005 й. һәр йылға иҫәпләнгән ҡырҡынды 10,92 млн м3, үҙләштереү — 17,2%, төҙөлөшкә яраҡлы ағас сығышы — 61,5% тәшкил итә. Урман сәнәғәте хужалыҡтары башлыса ылыҫлы урман участкаларын үҙләштерә. 20 б. аҙ. респ. ағас әҙерләү күләме кәмей (ҡара: табл.). А.ә.с. продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке