ИҪКЕ ИЛЕК, Баҡалы р-нындағы ауыл, Киләй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 412 кеше; 1920 — 559; 1939 — 543; 1959 — 422; 1989 — 144; 2002 — 154; 2010 — 147 кеше. Мордвалар йәшәй (2002). Клуб бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бәләбәй өйәҙендә дәүләт крәҫтиәндәре Илек исеме м‑н нигеҙ һала. Яңы Илек а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 19 б. аҙ. тиклем Яңы Илек м‑н бергә иҫәпкә алынған, тип фараз ителә. 1906 й. грамота мәктәбе, бакалея кибете, һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке