ИҪКЕ БАЛТАС, ауыл, Балтас р‑ны (1930—63, 1965 й. алып) һәм Иҫке Балтас а/с үҙәге. Өфөнән Т. 220 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 70 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. басс.) буйында Борай—Иҫке Балтас—Көйәҙе, Иҫке Балтас—Асҡын автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,3; 1920 — 1,1; 1939 — 2,2; 1959 — 2,5; 1989 — 4,2; 2002 — 5,6; 2010 — 5,6. Башҡорттар йәшәй (2002). ПУ, 2 урта мәктәп, ш. иҫ. Иҫке Балтас урта мәктәбе №1, балалар сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, 3 балалар баҡсаһы, балалар ижады үҙәге, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, мәҙәниәт йорто (7 үҙешмәкәр халыҡ коллективы), Батырша музейы, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1711 й. алып Балтас (тәүге төпләнеүсе Ҡолой Балтасовтың атаһы исеменән) исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Таныптар, Ҡолой булараҡ теркәлгән. 1793 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында — мишәрҙәр, 19 б. башында типтәрҙәр килеп урынлаша. 18 б. аҙ. Түбәнге Балтас а. (хәҙ. Яңы Балтас а.) барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 21 йортта 176 кеше йәшәгән, 1865 й. 130 йортта — 850 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, балта эше, урман кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ-башҡ. земство мәктәбе, министрлыҡ мәктәбе, мәҙрәсә, 2 тимерлек, буяу оҫтаханаһы, 1 сәй һәм 4 бакалея кибете теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. И.Б.Ҡолой Балтасов йәшәгән; Ф.Ғ.Бәкеров, В.М.Гәрәев, Л.М.Карамова, Р.Ш.Кашапов, Ф.Ҡ.Ҡасимова, И.Р.Муллағәлиев, Р.Ғ.Сибәғәтов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018