ИҪКЕ БАЛАПАН, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 63 км һәм Ташбулат т. юл ст. Т. табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 368 кеше; 1920 — 338; 1939 — 220; 1959 — 189; 1989 — 231; 2002 — 212; 2010 — 264 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Байым урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы Балапан (хәҙ. Яңы Балапан) һәм Йәнекәй аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. 79 йортта 427 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке