ИҪКЕ БАЛАҠ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Тайнаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 26 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 85 км алыҫлыҡта Балаҡбай й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1095 кеше; 1920 — 965; 1939 — 797; 1959 — 491; 1989 — 285; 2002 — 271; 2010 — 218 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Тайнаш урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1706 й. алып Балаҡ исеме м‑н билдәле. 18 б. 1‑се ярт. бында керҙәшлек килешеүе б‑са — типтәрҙәр, 1765 й. ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр төпләнә. 1795 й. 39 йортта 190 кеше йәшәгән, 1865 й. 133 йортта — 744 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Балаҡ бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. В.Ғ.Ғәлимов, Ғ.З.Рамаҙанов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке