ИҪКЕ АҠБҮЛӘК, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Иҫке Аҡбүләк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 18 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 75 км алыҫлыҡта Байҡы й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 449 кеше; 1920 — 561; 1939 — 573; 1959 — 509; 1989 — 469; 2002 — 546; 2010 — 502 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Аҡбүләк исеме (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Сәйет, Йонос, Монасип Аҡбүләковтар билдәле) м‑н нигеҙ һала. Яңы Аҡбүләк а. барлыҡҡа килгәндән һуң хәҙ. исемен ала. 1795 й. 26 йортта 128 кеше (Яңы Аҡбүләк халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1865 й. 52 йортта — 333 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. Шулай уҡ Әзмәй исеме м‑н теркәлгән. 1906 й. мәсет (1884 й. төҙөлгән), мәҙрәсә, бакалея кибете булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке