ИҪКЕ АҠБУЛАТ, Тәтешле р-нындағы ауыл, Аҡбулат а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 60 км алыҫлыҡта Варзы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 661 кеше; 1920 — 765; 1939 — 717; 1959 — 705; 1989 — 524; 2002 — 455; 2010 — 426 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Урман‑Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1639 й. алып Аҡбулат (тәүге төпләнеүсе тархан Аҡбулат Исемманов исеменән) исеме м‑н билдәле. 19 б. 1‑се ярт. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултыра, 20 б. башында улар Яңы Аҡбулат а. (20 б. 80‑се йй. юҡҡа сыға) нигеҙ һала. 1795 й. 7 йортта 30 кеше йәшәгән, 1865 й. 57 йортта — 389 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1889 й. төҙөлгән), 2 бакалея кибете теркәлгән. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.