ИСҠАҠ, Исхаҡ, Ҡуянсыҡ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Буранғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 284 кеше; 1920 — 343; 1939 — 264; 1959 — 204; 1989 — 188; 2002 — 177; 2010 — 178 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Буранғол урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы Дауыт а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1834 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1765 й.) алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Исхаҡ Дауытов (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Исҡаҡ Сәйетбаев) исеме м‑н аталған. 1866 й. 38 йортта 234 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке