ИҪӘНҒОЛ, ауыл, Ейәнсура р‑ны (1936 й. алып) һәм Иҫәнғол а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 337 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында, Магнитогорск—Ира, Иҫәнғол—Мораҡ автомобиль юлдарында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1900 й. — 0,7; 1920 — 0,5; 1939 — 2,2; 1959 — 2,3; 1989 — 6,0; 2002 — 7,4; 2010 — 7,4. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). ПУ, башҡ. гимназияһы, 3 урта мәктәп, 3 балалар баҡсаһы, балалар муз. мәктәбе, ДЮСШ, ғаилә һәм балаға соц. ярҙам күрһәтеү терр. үҙәге, Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, балалар китапханаһы, мәҙәниәт йорто (9 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), Ейәнсура музейы, мәсет бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. (П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 1776 й.) билдәле. Улус старшинаһы Иҫәнғол Ҡәйепҡолов исеме м‑н аталған, тип фараз ителә. 1795 й. 51 йортта 418 кеше йәшәгән, 1866 й. 115 йортта — 392 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. М.С.Бураҡаева, Р.М.Йосопов, Р.В.Ниғмәтуллин, а.И.Рутчин, М.М.Үтәшев ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке