АҒАС ӘҘЕРЛӘҮ, ағас материалдар етештереү процесы. 3 стадияға бүленә: ағас ҡырҡыу, әҙерләнгән ағасты сығарыу, түбәнге ағас сәнәғәте складындағы эштәр. А.ә. һәр бер стадияһы төп әҙерлек (технологик һәм күсереү) һәм ярҙамсы операцияларҙан тора. Технологик операция ваҡытында (урман ҡырҡыу, ағастарҙы ботаҡтарҙан таҙартыу, буй ағастарҙы сортименттарға бүлеү һ.б.) ағас материалдарҙың формаһы, үлсәмдәре һ.б. үҙгәртелә, күсереү операцияларында (ағас, буй ағас йәки сортименттарҙы тарттырыу, ағас тейәү һ.б.) — бер эш урынынан икенсе эш урынына күсерелә.

Башҡортостанда А.ә. м‑н урман сәнәғәте хужалыҡтары шөғөлләнә, улар, бензинлы бысҡы ҡулланып, башлыса механизацияланған урман ҡырҡыу ысулын файҙалана. “ИНМАН” ЯАЙ‑нда (Ишембай ҡ.) А.ә. ваҡытында тейәү-бушатыу эштәрен башҡарыу өсөн КамАЗ‑43118, КамАЗ‑53228 автомобилдәренең йөрөү өлөштәренә, ике звенолы ДТ‑30 транспортёрҙарының, ҡарҙа, һаҙлыҡта йөрөй торған ТТМ‑6901 автомобилдәренең һ.б. махсус шассийына ҡуйыла торған гидроманипуляторҙар сығарыла.

А.Ф.Хәмитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.