ИҪӘНБӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Күсей а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 78 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 40 км алыҫлыҡта Туғажман й. (Төйәләҫ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 424 кеше; 1920 — 663; 1939 — 437; 1959 — 165; 1989 — 225; 2002 — 208; 2010 — 204 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Оло Басай төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Иҙрис а. (хәҙ. Үрге Иҙрис а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып Сураш утары булараҡ билдәле. 19 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә (Иҫәнбәт Сурашев исеменән). 1795 й. 8 йортта 40 кеше йәшәгән, 1866 й. 58 йортта — 387 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. М.Ф.Заманов, Ә.Ә.Фәтхуллин ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.