ИҪӘН, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ниғәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Сибай т. юл ст. Т.-Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Талҡаҫ күле буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 551 кеше; 1920 — 767; 1939 — 146; 1959 — 109; 1989 — 105; 2002 — 181; 2010 — 176 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мерәҫ урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1735 й.) алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Теләүле һәм Абдулла Иҫәновтар билдәле. 1866 й. 112 йортта 413 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ауыл янында “Талҡаҫ” ял йорто урынлашҡан. Т.Х.Аслаев ошо ауылда тыуған.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.