ИСӘМӘТ, Илеш р‑нындағы ауыл, Исәмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 17 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 124 км алыҫлыҡта Әүеште й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1393 кеше; 1920 — 1639; 1939 — 1480; 1959 — 973; 1989 — 826; 2002 — 811; 2010 — 728 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, мәсет бар.

Ауылға 17 б. аҙ. Ҡазан даруғаһы Бүләр улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1693 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә), 1789 й. шул уҡ шарттарҙа мишәрҙәр күсеп ултыра. 1798 й. 38 йортта 240 кеше йәшәгән (яҡынса 1701 й. килешеү б‑са күсеп ултырған керҙәш башҡорттар ҙа иҫәпкә алынған), 1865 й. 213 йортта — 887 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, тәгәрмәс һәм туғын яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, 4 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.Б.Нурлығаянов, Х.Ш.Фәтихов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке