ИНЙЫЛҒА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бельский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 18 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 63 кеше; 1920 — 914; 1939 — 932; 1959 — 741; 1989 — 507; 2002 — 441; 2010 — 389 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Бишул‑ һәм Дыуан‑Табын улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1754 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө килеп урынлашҡан. Шулай уҡ Игенйылға, Бәрешле исемдәре м‑н билдәле булған. 1795 й. 40 кеше йәшәгән, 1865 й. 54 йортта — 337 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. А.Н.Яркалов ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.