ИМӘНКҮПЕР, Туймазы р‑нындағы ауыл, Соҡаҙыбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 57 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Ишем й. (Сәрмәсән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 466 кеше; 1920 — 637; 1939 — 630; 1959 — 568; 1989 — 187; 2002 — 166; 2010 — 123 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 67 йортта 391 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне, мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ мәсет, бакалея кибете теркәлгән. А.Н.Хәлиуллин ошо ауылда тыуған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.