ИМАЙ-УТАР, Дүртөйлө р-нындағы ауыл, Мәскәү а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 19 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 96 км алыҫлыҡта Кесе Яубазы й. (Яубазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 798 кеше; 1920 – 995; 1939 – 872; 1959 – 525; 1989 – 356; 2002 – 348; 2010 – 325 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға мишәрҙәр 1713 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Имай Ҡулаев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Яубазыбаш исеме м‑н теркәлгән. Шул уҡ даруғаның Шәмшәҙе улусы башҡорттары м‑н 1720 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр күсеп ултыра. 1865 й. 75 йортта 532 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ һыу тирмәне, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.