АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, ағасты механик һәм химик-механик юл м‑н эшкәртеүсе урман сәнәғәте тармағы. БР‑ҙа таҡта ярыу, фанер-плита (ҡара: Ағас плита, Фанер производствоһы), мебель (ҡара: Мебель сәнәғәте), тара, шырпы производстволары, урман химияһынан тора.

Башҡортостанда урман кәсептәре (урман әҙерләү эштәре, ҡыуғын һ.б.) ныҡ үҫешкән. Сәнәғәт үҫеше м‑н төҙөлөшкә яраҡлы ағас һәм ағас материалдарына ихтыяж көсәйә; 20 б. башында ағас эшкәртеү сәнәғәт масштабында башҡарыла. 1876 й. Өфө губ. 1 таҡта ярыу з‑ды эшләй, 1900 й. ҡарай — 18 (Өфө өйәҙендә 13 һәм Бөрө өйәҙендә 5). 1922 й. Ергән, Сахай һәм 3 таҡта ярыу (Стәрлетамаҡ ҡ.) з‑дын берләштергән Башҡ‑н таҡта ярыу тресы асыла. 1923 й. Башҡ‑н-Ырымбур урман һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте берекмәһе (“Башорлес” тресы) ойошторола, уның нигеҙендә 1924 й. Көньяҡ Урал урман сәнәғәте тресы (“Южураллес”) булдырыла. Уның составына БАССР терр‑яһында урынлашҡан таҡта ярыу з‑дтары (Охлебинин а., Өфөлә 6, Стәрлетамаҡта 3), фанер ф‑каһы (Өфө), 2‑се Благовещен ағас эшкәртеү з‑ды, Дим шпал мансыу з‑ды, ш. уҡ Ырымбур ҡ. пр‑тиелары инә.

30‑сы йй. Өфө шырпы фабрикаһы, Өфө фанер комбинаты, Башҡ‑н дуплау экстракттары з‑дына (ҡара: “Дубитель”) һ.б. нигеҙ һалына. 1940 й. БАССР Урман сәнәғәте ХК (1946 й. алып Урман сәнәғәте министрлығы, 1948—51 йй. — Урман һәм ҡағыҙ сәнәғәте министрлығы) ойошторола. Был осорҙа тармаҡтың үҫеше Асҡын, Бөрйән, Йүрүҙән, Ләмәҙ, Маҡар, Нуриман, Танып, Туймазы урман сәнәғәте хужалыҡтары; 3 (Өфө) һәм 1 (Стәрлетамаҡ) ағас эшкәртеү з‑дтары, Өфө һәм Черниковка фанер комб‑ттары, “Красный ключ” ф‑каһы һ.б. м‑н бәйле. 50‑се йй. башында А.э.с. пр‑тиелары “Башлес” тресына (ҡара: “Башлеспром”) ҡушыла, уның м‑н бер үк ваҡытта 1956—59 йй. составында Благовещен, Ғафури, Иглин, Октябрьский, Өфө 1‑се һәм 2‑се, Стәрлетамаҡ мебель ф‑калары, Маҡар ағас эшкәртеү комб‑ты, Покровский таҡта ярыу з‑ды булған Мебель һәм ағас эшкәртеү сәнәғәте идаралығы эшләй. 2004 й. респ. А.э.с. 1000‑дән ашыу пр‑тие һанала, ш. иҫ. Мәләүез ағас эшкәртеү комбинаты, Салауат ағас эшкәртеү комбинаты, Октябрьский мебель фабрикаһы, Өфө фанер-плита комбинаты, Әмзә урман комбинаты.

БР‑ҙа урман, ағас эшкәртеү һәм целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте етештереү күләменең 77,4%‑ы (2004) А.э.с. өлөшөнә тура килә (ҡара: табл.). А.э.с. пр‑тиелары өсөн сеймал БР‑ҙың Урал иҡтисади төбәгенән, төньяҡөнсығыш иҡтисади төбәктән, төньяҡ иҡтисади төбәктән, ш. уҡ РФ‑тың башҡа төбәктәренән килтерелә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә һатыла; экспорттың 95,6%‑ын фанер һәм ағас-сүс плиталар тәшкил итә. А.э.с. өсөн белгестәр Урман хужалығы техникумында, Һөнәрселек лицейында №64, Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Өфө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡҡ. һөнәрселек лицейҙарында һәм ПУ‑ларында әҙерләнә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке