ИЛСЕМБӘТ, Туймазы р-нындағы ауыл, Илсембәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 912 кеше; 1920 – 1187; 1939 – 943; 1959 – 896; 1989 – 972; 2002 – 989; 2010 – 1067 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1739 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Илсембәт Сөрмәнәшов исеме м‑н аталған. 1758 й. ш. уҡ шарттарҙа бында Нуғай даруғаһы Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусынан керҙәш башҡорттар, 1798 й. — типтәрҙәр, 1808 й. һәм 1811 й. хеҙмәтле татарҙар күсеп ултыра. 1795 й. 38 йортта 205 кеше йәшәгән, 1865 й. 84 йортта — 588 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 мөгәзәй теркәлгән.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.