ИЛМЫРҘА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Ҡамышлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 39 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Ҡамышлы й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1209 кеше; 1920 – 1419; 1939 – 1133; 1959 – 630; 1989 – 375; 2002 – 315; 2010 – 297 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Күл-Иле‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе (1691 й. төҙөлгән) б‑са яһаҡлы татарҙар (улар 18 б. аҙ. типтәрҙәр ҡатламына күсә) һәм мишәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Илмырҙа Йәнбахтиндың исеме м‑н аталған. 1865 й. 121 йортта 724 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, һыу һәм ел тирмәндәре, 3 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.