ИЛЬКИН, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Анновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 9 км һәм Аксаков т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 19 км алыҫлыҡта Арйылға й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 541 кеше (2 торама пункт халҡы бергә иҫәпкә алынған); 1920 — 668; 1939 — 714; 1959 — 559; 1989 — 326; 2002 — 342; 2010 — 417 кеше. Сыуаштар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһында поручик М.И.Уразлиндың ерҙәрендә (һуңынан поручик М.И.Бунин һатып ала) 1777 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Бөгөлмә ведомствоһы Петропавловка а. яңы суҡындырылған сыуаштары нигеҙ һала. Туҡай, Арйылға исеме м‑н билдәле була. 1865 й. Михайловка (И.) булараҡ теркәлгән, 52 йортта 313 кеше йәшәгән. Игенселек, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1896 й. алып И., Михайловка аа. һәм Бунин усадьбаһы айырым иҫәпкә алынған. 1906 й. И. 326 кеше йәшәгән, земство мәктәбе, һыу тирмәне, бакалея кибете булған; Михайловкала — 215 кеше, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. аҙ. был ауылдар һәм Сосновка а. (20‑се йй. барлыҡҡа килгән бүлендек ауыл) хәҙ. исемдәге бер ауылға берләшә. А.А.Романов ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов