ИЛКӘШ, Һарт-Хәсән, Шишмә р‑нындағы ауыл, Алкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 367 кеше; 1920 – 514; 1939 – 490; 1959 – 373; 1989 – 227; 2002 – 215; 2010 – 210 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Һарт‑Хәсән исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 10 йортта 35 кеше йәшәгән, 1865 й. 39 йортта — 196 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке