ИЛЬИНКА, Учалы р‑нындағы ауыл, Мансур а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Шартым т. юл ст. К.‑Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Шартым й. (Уй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 822 кеше; 1959 — 103; 1989 — 121; 2002 — 173; 2010 — 173 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. алтын приискылары ойошторолоуға бәйле Ильинка приискыһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 50‑се йй. аҙағынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Р.В.Мәғжәнов, А.Ә.Халфина ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке