ИЛСЕҒОЛ, Учалы р‑нындағы ауыл, Илсеғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 75 км һәм Алтынташ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Мейәс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 133 кеше; 1920 – 423; 1939 – 661; 1959 – 374; 1989 – 327; 2002 – 239; 2010 — 242 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. уртаһында Троицк өйәҙе Ҡара‑ һәм Барын‑Табын улустарының Мулдаҡай а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. 20 йортта 136 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр, алтын приискыларында эшләгәндәр. 1900 й. һыу тирмәне булған. Ф.Ә.Килдейәрова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.