ИЛӘС, Турат, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Яңы Ергән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 67 км алыҫлыҡта Турат й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 458 кеше; 1920 – 575; 1939 – 394; 1959 – 398; 1989 – 356; 2002 – 402; 2010 — 359 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Аҡъяр урта мәктәбе №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Орск өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсе Ильяс Ҡотлоҡәҙәмов исеме м‑н аталған. 1866 й. 43 йортта 249 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет, һыу тирмәне булған. 19 б. аҙ. алып Иҫке Иләс исеме м‑н теркәлгән (1891 й. башлап 20 б. 30‑сы йй. тиклем Турат/Яңы Иләс бүлендек ауылы булған). Ғ.С.Ҡырымғужин ошо ауылда тыуған.

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.