ИЛЕК, Мишкә р-нындағы ауыл, Баймырҙа а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 45 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Дикәнер й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 46 кеше; 1920 – 355; 1939 – 311; 1959 – 416; 1989 – 244; 2002 – 210; 2010 – 156 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ишем төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Уҫы даруғаһында яһаҡлы мариҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала, 1734 й. алып билдәле. 1865 й. 47 йортта 294 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018