АҒАС ЭШКӘРТЕҮ СТАНОКТАРЫ, ағасты билдәле бер үлсәм һәм форма биреү маҡсатында эшкәртеү машиналары. Ҡырҡыу, йыйыу һәм биҙәү станоктары була. Ағас ҡырҡыу станоктары махсуслашыуҙары б‑са дөйөм тәғәйенләнешле һәм махсус; ағас эшкәртеү ысулына ҡарап — таҫма бысҡылы, түңәрәк бысҡылы, фрезерлау, йышыу, быраулау, һыҙырыу, шымартыу, ваҡлау станоктарына һ.б. бүленә. Йыйыу станоктары айырым деталдәрҙән төргәктәр һәм әҙер изделиелар яһай, биҙәү станоктары изделиеларҙы буяу һәм уларҙың өҫкө йөҙөнә биҙәк йәки һаҡлағыс ҡатлам төшөрөү өсөн тәғәйенләнгән. Производствола күп операциялы станоктар ҡулланыла: ҡатнаш һәм универсаль (бәләкәй оҫтаханаларҙа), автомат һәм ярым автоматтар, агрегат станоктары, автоматик линиялар һәм станок‑комбайндар (ҙур пр‑тиеларҙа). Төрлө материалдар һәм ярым фабрикаттар (бурса, таҡта, фанер, юнысҡы, ағас плиталар һ.б.), изделие һәм конструкция деталдәре (а.х. машиналары, вагондар, суднолар һ.б. өсөн), ш. уҡ әҙер изделиелар (мебель, тәҙрә рамдары, ишек, паркет, саңғы, музыка ҡоралдары һ.б.) яһау өсөн ҡулланыла.

Башҡортостанда 70‑се йй. башынан А.э.с. С25‑4, С26‑Н, С‑26Н5 моделдәре Ишембай станоктар эшләү заводында етештерелә; 70‑се йй. уртаһында СД‑300/75 моделе Дәүләкән автомобиль ремонтлау з‑дында сығарыла; 1980—2000 йй. БДС‑1, БДС‑3, СУБ‑1 моделдәре — Өфө агрегат производство берекмәһендә, 90‑сы йй. АРС‑511 моделе — “Искра” машиналар эшләү з‑дында.

Әҙәб.: Тюкина Ю.П., Макарова Н.С. Общая технология лесопильно-деревообрабатывающего производства. М., 1983.

Ә.М.Ғәзизов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.