ИҒМӘТ, Илеш р‑нындағы ауыл, Иғмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 100 км алыҫлыҡта Наҙы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1009 кеше; 1920 — 1242; 1939 — 833; 1959 — 622; 1989 — 378; 2002 — 340; 2010 — 296 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшеракушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан һәм Йәлдәк улустары башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1697 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. 1718 й., 1738 й. һәм 1772 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре күсеп ултыра. Шулай уҡ Иш(с)мәт исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. 142 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 89 йортта 507 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018