ИГЕНСЕЛӘР, Ғафури р‑нындағы ауыл, Үтәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 18 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 304 кеше; 1959 — 189; 1989 — 123; 2002 — 104; 2010 — 107 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. нигеҙ һалына. 1953 й. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.