ИГЕБАЙ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Ибрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 10 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Иртөбәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 140 кеше; 1920 — 201; 1939 — 210; 1959 — 223; 1989 — 172; 2002 — 173; 2010 — 172 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Һыуын-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә утар булараҡ нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Теүәлбай, Өмөтбай һәм Бүкәнбай Игебаевтар билдәле. 1795 й. 2 йорт иҫәпкә алынған, 1866 й. (хәҙ. исемдә һәм статуста) 24 йортта 118 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 50‑се йй. башына ҡарай И. 20 б. башында нигеҙләнгән Игебай утары ҡушылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018