ИВАЧЕВ, Дүртөйлө р-нындағы ауыл, Күкҡуян а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 748 кеше; 1920 — 763; 1939 — 895; 1959 — 764; 1989 — 542; 2002 — 510; 2010 — 541 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1757 й. керҙәшлек килешеүе б‑са (1780 й. төҙөлгән) мариҙар нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Ивач Иванов исеме м‑н аталған. 1795 й. 211 кеше йәшәгән, 1865 й. 68 йортта — 347 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. земство мәктәбе, тимерлек, ярма ярғыс, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.