ИВАНОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Ивановка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 88 км алыҫлыҡта Тиргәмеш й. (Таналыҡ й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 541 кеше; 1920 — 1336; 1939 — 1241; 1959 — 957; 1989 — 955; 2002 — 935; 2010 — 877 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1878—80 йй. Орск өйәҙе Үҫәргән улусы Ҡусҡар/Байғусҡар а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Тамбов губ. күсеп килгән крәҫтиәндәр һәм ш. уҡ өйәҙҙең Анновка һәм Яңы Александровка аа. (хәҙ. Йылайыр р‑ны) завод крәҫтиәндәре утар булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Иван Денисов исеме м‑н аталған. 1891 й. 50 йортта 285 кеше йәшәгән. 1900 й. сиркәү (1892 й. төҙөлгән) теркәлгән. 20‑се йй. хәҙ. статусын ала. Ауыл эргәһендә Ивановка ҡурғандары урынлашҡан.

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.