ИВАНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Партизан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 21 км һәм Ергән т. юл ст. К. табан 14 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 839 кеше; 1920 — 1104; 1939 — 699; 1959 — 385; 1989 — 118; 2002 — 187; 2010 — 133 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ өйәҙендә урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 61 йортта 392 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. бакалея, шарап һәм һыра кибеттәре, мөгәзәй, 3 урман пристане теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ урман кәсебе булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке