ИВАНГОРОД, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Шестаев а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Йүкәле й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 344 кеше; 1939 — 259; 1959 — 264; 1989 — 389; 2002 — 430; 2010 — 377 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә ш. уҡ өйәҙҙең Туйыш а. украин крәҫтиәндәре (хәҙ. Миәкә р‑ны; Подольск губ. Ғайса өйәҙенең Иван-город, Гунча, Михайловка аа. күсеп килеүселәр) нигеҙ һала. 1920 й. И. (Туйыш) исеме м‑н теркәлгән. О.А.Пташко ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.