АҒАС ҮРСЕТЕҮ, элек урман булмаған терр‑яларҙа яһалма рәүештә ағас үҫтереү. А.ү. йырындарҙа, киптерелгән һаҙлыҡтарҙа һәм урман фондына ҡараған башҡа майҙандарҙа, ерҙәрҙе яңыртҡанда, шифахана-курорт зоналарҙа һ.б. ағас ултыртыу, а.х., сәнәғәт, транспорт, һыу фонды һ.б. категория ерҙәрендә һаҡлағыс урман һыҙаттары булдырыу инә. Урман һыҙаттары бер төр ағас йәки ҡыуаҡтарҙан йәки бер нисә төр төп һәм ярҙамсы ағас һәм ҡыуаҡтарҙан булдырыла. А.ү. ысулдары тупраҡ һәм климат шарттарын иҫәпкә алып үткәрелә, үҫентеләр, сәсмәлек, йәш ботаҡтар ултыртыу (төп ысул) йәки орлоҡ сәсеү аша тормошҡа ашырыла. Ултыртыу материалы урман питомниктарында үҫтерелә.

Башҡортостанда А.ү. йыллыҡ күләме 100—150 га тәшкил итә. А.ү. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. алып Урман тәжрибә станцияһында (А.М.Березин, И.А.Ибраһимов, Ю.Ф.Косоуров, А.Е.Рябчинский һ.б.), 80‑се йй. — Аграр университетта (Р.Ғ.Ситдиҡов, Ә.Ф.Хәйретдинов һ.б.) алып барыла. 1976 й. Ауыл хужалығы институтында (П.И.Смирнов, Н.Ш.Ханов һ.б.) “ВолгоНИИгипрозем” ин‑тының Башҡ‑н филиалы (И.Д.Стафийчук) һәм Башҡ‑н урман тәжрибә ст. (Ибраһимов, Косоуров, Д.В.Әмирханов) м‑н берлектә республикала һаҡлағыс А.ү. б‑са тәҡдимдәр эшләнә. Шулай уҡ ҡара: Урман культуралары, Урман һыҙаттары, Ултыртылған йырын-һыҙа ағастары.

Әҙәб.: Ситдиков Р.Г. Лесовыращивание на Южном Урале. Уфа, 1997; Чурагулова З.С. О защитном лесоразведении в башкирском зауралье. Уфа, 1998.

К.М.Ғәбдрәхимов, А.Ш.Тимерйәнов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.