ИБРАЙ, Ейәнсура р-нындағы ауыл, Байдәүләт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. ‑Көнс. табан 96 км алыҫлыҡта Оло Һүрәм й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 772 кеше; 1920 — 647; 1939 — 558; 1959 — 523; 1989 — 493; 2002 — 524; 2010 — 479 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Урмансы исеме м‑н нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Шулай уҡ Үткәнсе, Алабайтал булараҡ теркәлгән. 1795 й. 23 йортта 293 кеше йәшәгән, 1866 й. 95 йортта — 545 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, арба‑сана яһау, күмер яндырыу, киндер эшкәртеү, септә һуғыу м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Г.Исхаҡов, Х.Х.Мырҙабаев ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018