ДҮРМӘН, Шаран р‑нындағы ауыл, Салмалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 11 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Салмалы й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 577 кеше; 1920 — 682; 1939 — 707; 1959 — 449; 1989 — 382; 2002 — 361; 2010 — 325 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Салмалы урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1742 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр, 1782 й. ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы һәм хеҙмәтле татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) килеп ултыра. 1795 й. 37 кеше йәшәгән, 1865 й. 48 йортта — 309 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке