ДУБРОВКА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 46 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 131 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 351 кеше; 1920 — 389; 1939 — 240; 1959 — 198; 1989 — 172; 2002 — 131; 2010 — 110 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 19 б. уртаһында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 18 б. уртаһында) Бөрө өйәҙендә дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. Дубровский яңы ауылы булараҡ иҫәпкә алынған, 21 йортта 126 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Шулай уҡ Дубовка исеме м‑н теркәлгән. 19 б. аҙағынан хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 1906 й. сиркәү (1900 й. төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 2 бакалея кибете булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018