ДҮСМӘТ, Яңауыл, Борай р-нындағы ауыл, Борай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 4 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 437 кеше; 1920 — 449; 1939 — 395; 1959 — 344; 1989 — 168; 2002 — 122; 2010 — 96 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (9 йортта 47 кеше йәшәгән) билдәле. Ер биләүсе Дүсмәт Ҡәҙерғолов исеме м‑н аталған. 19 б. башында ауыл Ҡаңлы улусы ерҙәренә күсерелә, ошонан икенсе исеме — Яңауыл. 1865 й. 59 йортта 318 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018