ДӨМӘЙ, Илеш р-нындағы ауыл, Дөмәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 87 км алыҫлыҡта Һүҙән й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1468 кеше; 1920 — 2352; 1939 — 1592; 1959 — 1277; 1989 — 900; 2002 — 878; 2010 — 851 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1666 й. Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Деүәй исеме м-н нигеҙ һала. 1731 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 18 б. 2‑се ярт. Д. (тәүге төпләнеүсенең улы Дөмәй Деүәйев исеменән) булараҡ иҫәпкә алынған. 18 б. аҙ. Яңы Дөмәй ауылы (20 б. 80-се йй. юҡҡа сыға) барлыҡҡа килгәндән һуң, Иҫке Дөмәй булараҡ теркәлгән. Ауыл 20‑се башҡ. кантоны үҙәге булған (1855 й. ҡарата). 1795 й. 48 йортта 389 кеше йәшәгән, 1865 й. 209 йортта — 1129 кеше. 2 мәсет, 3 училище, 6 һыу тирмәне булған. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ‑башҡ. училищеһы, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 2006 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Ә.А.Абдуллин, Р.С.Маликов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.