АҒАС ПЛИТА, ҡабығынан һыҙырылған йәки ныҡ ваҡланған ағасты эшкәртеү юлы м‑н алынған төҙөлөш материалы. БР‑ҙа елемләп йәбештерелгән фанер (ҡара: Фанер производствоһы), ағас-юнысҡы, ағас‑сүс, цемент-юнысҡы плиталары сығарыла. А.п. төҙөлөш конструкцияларында, изделиеларында, йылылыҡ һәм тауыш үткәрмәүсе ҡорамалдар өсөн, авиатөҙөлөштә, машиналар һәм суднолар эшләүҙә, мебель сәнәғәтендә һ.б. ҡулланыла.

Елемләп йәбештерелгән фанер (яҫы һәм бөгөп йәбештерелгән) сүстәренә ҡарата үҙ-ара перпендикуляр һалынған һәм 220 МПа тиклем баҫым аҫтында йәбештерелгән ҡайын һәм ҡарағас түмәрҙәренән һыҙырылған шпон табаҡтарын (1—2 мм ҡалынлыҡта) ҡатлап йыйыу юлы м‑н эшләнә. Елем композицияһы синтетик (карбамид, фенолформальдегид, резорцин-формальдегид) ыҫмаланан, ҡатырғыстан һәм өҫтәмәнән тора. 3—30 мм ҡалынлыҡтағы табаҡ рәүешендә сығарыла. Һыуға һәм атмосфераға тотороҡло, бөгөүгә ныҡ сыҙамлы булыуы м‑н айырыла. Өфө фанер комбинаты (йылына 75 мең м3), Өфө фанер-плита комбинаты (йылына 60 мең м3) етештерә.

Ағас-юнысҡы плитаһы төҙөлөшкә ярамаған ағастың теләһә ниндәй төрөн, ш. иҫ. таҡта ярыу, эшкәртеү ҡалдыҡтарын юнысҡыға тупаҫ итеп ваҡлап, артабан 25 МПа тиклем баҫым аҫтында эҫе преслау һәм 7—10% синтетик (меламин формальдегид, фенолформальдегид) ыҫмала, ҡатырғыс, гидрофоб һәм антисептик өҫтәмәләр индереү юлы м‑н эшләнә. Плита ҡалынлығы 8‑ҙән алып 28 мм тиклем. Ағас-юнысҡы плитаһы А.п. башҡа төрҙәренә ҡарағанда нығыраҡ һыу һеңдереүе һәм шешенеүе м‑н айырыла. Мебель етештереүҙә ҡулланыу өсөн декоратив плёнка, шпон, пластик, лак м‑н ҡаплана. Өфө фанер комб-ты сығара (йылына 45 мең м3).

Ағас-сүс плитаһы еүеш ысул м‑н (һыу ярҙамында), түбән сортлы ағасты (ҡайын, уҫаҡ һ.б.) ҡабығы м‑н, таҡта ярыу һәм эшкәртеү ҡалдыҡтарын, макулатураны, ҡамышты, һаламды һ.б. үҫемлектәрҙе сүстәргә ваҡлап, артабан 5,5 МПа баҫым аҫтында эҫе преслау юлы м‑н эшләнә. Плитаның ныҡлығына фенолформальдегид ыҫмалаһы ҡушылған канифоль эмульсияһы, гидрофобизатор (парафин һәм сульфит-спирт бардаһы), антисептик һәм көкөрт кислотаһын файҙаланып өлгәшәләр. Плита ҡалынлығы 2,5 алып 25 мм тиклем. Өфө фанер-плита комб‑ты эшләп сығара (йылына 11 млн м2 ашыу).

Цемент-юнысҡы плитаһы сортлы кондициялы ағасты юнысҡыға ныҡ ваҡлап, артабан 27,5 МПа баҫым аҫтында эҫе преслау юлы м‑н эшләнә. Етештереү ҡатнашмаһы (%): юнысҡы — 63, портландцемент — 25, һыу — 10, цементтың ҡатыуын тиҙләткес — 2 (ҡара: Бәйләүес матдәләр). Ҡалынлығы 8‑ҙән алып 40 мм тиклем. Цемент‑юнысҡы плитаһы һыуға, һалҡынға, биол. факторҙарға һәм утҡа сыҙамлы булыуы, ш. уҡ тауыш үткәрмәүе м‑н айырыла. Стәрлетамаҡ цемент-юнысҡы плиталары заводы эшләп сығара (йылына 14 мең м3).

Э.И.Мөлөков

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018