ДҮРТӨЙЛӨ, Ауырғазы р-нындағы ауыл, Яңы Кәлсер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 11 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.-Көнб. табан 41 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 719 кеше; 1920 — 960; 1939 — 808; 1959 — 533; 1989 — 541; 2002 — 372; 2010 — 349 кеше. Татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1787 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала, Иҫке Төрөмбәт а. м-н бергә иҫәпкә алына. 1834 й. бында Стәрлетамаҡ өйәҙенең Балыҡлыкүл а. мишәрҙәре күсеп ултыра. 1865 й. Иҫке Төрөмбәттә (Дүртөйлөлә) 70 йортта 447 типтәр һәм мишәр йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете теркәлгән. 2007 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018