ДҮРТӨЙЛӨ, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Көрмәнкәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К. табан 14 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 369 кеше; 1920 — 460; 1939 — 387; 1959 — 371; 1989 — 323; 2002 — 308; 2010 — 317 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дәүләкән гимназияһы №3 филиалы), мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1735 й. тиклем Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Бөрйән улусы башҡорттары нигеҙ һала; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1695 й. билдәле. 1795 й. 15 йортта 70 кеше (ш. уҡ яһаҡлы татарҙар иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1865 й. 65 йортта — 343 кеше. Малс-ҡ, игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. ш. уҡ 4 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. Р.Н.Хоҙайғолова ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке