ДУҪЛЫҠ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Поляковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 298 кеше; 2002 — 314; 2010 — 305 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы бар.

Ауылға 1957 й. Ҡаҙанғол с‑зы бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 60‑сы йй. аҙ. хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018