ДУРАСОВ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дурасов а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 392 кеше; 1920 — 378; 1939 — 477; 1959 — 380; 1989 — 395; 2002 — 417; 2010 — 368 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Өфө өйәҙендә нигеҙ һалына, Дурасовтарҙыҡы, һуңынан дворян Блударёвтарҙыҡы була. 1865 й. Дурасовкала (Блударёв) 61 йортта 338 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Икмәк магазины булған. 1906 й. сиркәү (1884 й. төҙөлгән), сиркәү-мәхәллә мәктәбе, кирбес з‑ды, һыу тирмәне, шарап, һыра һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 50‑се йй. аҙ. ҡарай Д. 20‑се йй. башында нигеҙләнгән Дурасов тирмәне ҡасабаһы ҡушылған.

И.Ф.Хафизова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018