ДЫУАН-МӘСЕТЛЕ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Дыуан-Мәсетле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 32 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 94 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 641 кеше; 1920 — 995; 1939 — 988; 1959 — 854; 1989 — 651; 2002 — 669; 2010 — 681 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға, төрлө мәғлүмәттәр б‑са, 16 б. аҙ., 17 б. уртаһында йәки 17 б. аҙ. — 18 б. башында Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1795 й. Мәсетле (Әбдей) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 16 йортта 86 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исеме м‑н) 132 йортта — 691 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәҙрәсә, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, урыҫбашҡ. земство мәктәбе, 2 мануфактура кибете теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан. 1930—32 йй. Мәсетле (Дыуан-Мәсетле) р‑нының адм. үҙәге. Р.Х.Аллаяров, Э.М.Батталов, С.Ә.Ваһапов, М.Ғ.Ғималова, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин, Р.Камал, Б.Ғ.Кәлимуллин, С.Ғ.Кәлимуллин, Х.Я.Фәтҡуллин ошо ауылда тыуған.

 

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.